07:12 (UTC+5), 15 Мая 2025

Баш ҡалала «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде

Фото: Юлай Кәримов
Инсаф Хужабиргәнов

Бөгөн Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Конкурс финалсылары ойоштороусыларҙан махсус бүләктәр — республика шифаханаларына юлламалар алды. Шулай уҡ уларға Рәсәй Дәүләт Думаһынан, республика министрлыҡтарынан һәм ведомстволарынан рәхмәт хаттары тапшырылды. 

Сарала ҡатнашыусыларҙы һәм конкурс активистарын Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — спорт министры Руслан Хәбибов сәләмләне.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы алтынсы тапҡыр ойошторола, тип билдәләне Эльвира Айытҡолова. Уның һүҙҙәренсә, финал этабында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла 200 мең һум премия бирелә. Бөгөн жюри һәм эксперт төркөмө республикабыҙҙың иң яҡшы 12 ауылын иғлан итергә тейеш.

Вице-премьер Руслан Хәбибов билдәләүенсә, бөгөн тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртергә ынтылған ауылдар лайыҡ булды.

«Илебеҙ президенты Владимир Путин алдыбыҙға аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Иң тәүҙә республика граждандарының әүҙем йәшәү рәүеше өсөн шарттар булдырыу зарур. Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр йылдан-йыл арта. Был муниципалитет, ауыл биләмәләре һәм республика башлыҡтарының эше һөҙөмтәһе булып тора. Ауылдарыбыҙҙы үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләй. Шәхси миҫал – мөһим аспект. Беҙ нимә һәм нисек эшләргә кәрәклеген күрһәтергә тейешбеҙ. Бөгөн беҙҙең алда торған бурыстар тап ошондай күләмле саралар менән хәл ителә. Һеҙҙе байрам менән ҡотлайым! Изгелек һәм уңыштар теләйем. Еңеүселәр – тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеүселәр. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тибеҙ. Быны балаларға аңлатыу мөһим. Балаларыбыҙ беҙҙән өлгө алырға тейеш», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Айыҡ ауыл» конкурсы беренсе тапҡыр 2011 йылда уҙғарылды. 2020 йылдан республика етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән проект Башҡортостан Башлығы гранттары фондынан ярҙам алды. Конкурстың төп маҡсаттары – сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡты йәмәғәт эшмәкәрлегенә ылыҡтырыу, изге эштәргә дәртләндереү.

Башҡортостан Башлығы указы менән уҙған йылдан конкурстың приз фонды 48,4 миллион һумға тиклем арттырылды. Еңеүселәр 1,5-6 миллион һумлыҡ премия менән бүләкләнә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-15/v-ufe-nagradili-aktivistov-respublikanskogo-konkursa-trezvoe-selo-4236184

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика