

Бөгөн Өфөлә республиканың 12 айыҡ ауылы иғлан ителде. «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы «Башҡортостан» концерт залында үтте. Еңеүселәргә төп бүләктәрҙе Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.
Бына улар - еңеүселәр:
«Эре тораҡ пункттар» номинацияһында:
I урын – Балаҡатай районы, Билән ауылы;
II урын – Ауырғазы районы, Исмәғил ауылы;
III урын – Ҡариҙел районы, Абыҙ ауылы.
«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында:
I урын – Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы;
II урын – Күгәрсен районы, Тәүәкән ауылы;
III урын – Бөрйән районы, Ырғыҙлы ауылы.
«Урта тораҡ пункттар» номинацияһында:
I урын – Асҡын районы, Әмир ауылы;
II урын – Благовар районы, Яныш ауылы;
III урын – Стәрлетамаҡ районы, Айыусы ауылы.
«Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһында:
I урын – Ейәнсура районы, Кинйәбулат ауылы;
II урын – Борай районы, Алтайыу ауылы;
III урын – Туймазы районы, Бәйрәкәтүбә ауылы.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, «Айыҡ ауыл» – ул сәләмәт тормош биләмәһе, демографияны, социаль именлекте яҡшыртыу, ныҡлы ғаиләләр, бәхетле балалар.
«Конкурстың приз фонды һәм проекттың популярлығы йылдан-йыл арта бара. Шул уҡ ваҡытта аҡсаның күпселек өлөшө конкурста еңгән ауылдарҙың биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлтелә. Шулай ҙа төп маҡсат – ватандаштарыбыҙҙың, яҡташтарыбыҙҙың һаулығы. Республикала ялған хәмер эсеп үлеү осраҡтары, енәйәтселек һәм социаль етемлек кимәле кәмей», — тип билдәләне Толкачев.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.