Башҡортостан өсөн ғаиләне һәм мәктәпкәсә белем биреү звеноһынан башлап мәғариф системаһының барлыҡ кимәлдәрен үҙ эсенә алған этномәҙәни тәрбиә системаһын яйға һалыу мөһим. Бөгөн 800-ҙән ашыу балалар баҡсаһында ошондай эш алып барыла.
Радий Хәбиров башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының икенсе Бөтә Рәсәй съезында сығыш яһағанда әле байтаҡ йүнәлештәр буйынса эштәр башҡарырға кәрәклеген билдәләне.
«Беренсеһе. Беҙ һеҙҙең менән балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү кескәйҙәр өсөн сағыу һәм мауыҡтырғыс булырға тейешлеге хаҡында һөйләшкәйнек. Мәғариф һәм фән министрлығынан, Мәғарифты үҫтереү институтынан, юғары уҡыу йорттарының профилле кафедраларынан ошо мәсьәләне хәл итеүгә әүҙемерәк ҡушылыуығыҙҙы һорайым. Был эшкә йәш педагогтарҙы йәлеп итергә кәрәк.
Яңы методикалар, үҫтереүсе уйындар, ҡыҙыҡлы йөкмәтке менән, һис шикһеҙ, балалар баҡсаларында һәм ғаиләләрҙә башҡорт телен өйрәнеү теләге көсәйер.
Быйыл Өфө ҡалаһының Мәғариф идаралығы ярҙамында бер нисә балалар баҡсаһында «Аҡбуҙат» инновацион проекты ғәмәлгә ашырыла, ул мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт телендә йыш ҡулланылған 100 һүҙҙе үҙләштерергә ярҙам итә. Был проектты республиканың барлыҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына таратырға тәҡдим итәм.
Беҙҙең бурыс – традицион ҡиммәттәр нигеҙендә уҡыусыла гармониялы шәхес һәм патриот тәрбиәләү. Уҙған йылда 1-9-сы класс уҡыусылары өсөн «Тәрбиә һабаҡтары» белем биреү программаһы нәшер ителде. Был программаны бөтә милли һәм полилингваль мәктәптәргә индерергә тәҡдим итәм.
Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү эше халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫына нигеҙләнергә тейеш. Айырыуса донъя әҙәбиәтенең үҙенсәлекле боронғо әҫәре – үҙебеҙҙең «Урал батыр» эпосы тураһында әйтергә теләйем. Башҡорт халҡының аҫыл ҡомартҡыһын артабан да һаҡлап ҡалыу, үҫтереү өсөн йыл һайын июнь айында «Урал батыр» эпосы көнөн үткәрергә тигән тәҡдим бар.
Әйткәндәй, яңыраҡ донъя чарттарында яңғыраған «Һомай» йыры эпостың республика бренды булараҡ та әһәмиәтен күрһәтте. AY YOLA – телде һәм мәҙәниәтте, рухи ҡиммәттәрҙе һөйөү өлгөһө. Ринат Рамаҙановҡа, Адель һәм Руслан Шәйхетдиновтарға мәҙәниәтебеҙҙе пропагандалауҙары өсөн рәхмәт», – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, йәш һәм тәжрибәле белгестәрҙең, студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең ижади көстәрен туплауҙа мөһим аҙымдар яһалды.
«Энтузиастар бик күп. Ошондай берҙәмлек менән туған телдәрҙе һаҡлау өсөн күп эштәр атҡарырбыҙ тип ышанам.
Хөрмәтле башҡорт теле уҡытыусылары!
Туған телебеҙҙе үҫтереү буйынса хеҙмәтегеҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдерәм», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.