Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.77
+0.46
90.71
+0.61
65.39
+0.86
11+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май , 12:09

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөнөң «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында «Ете ҡыҙ» исемле яңы аллея булдырылды.

«Ете ҡыҙ» социаль проектында ҡатнашыусылар, махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылары, МХО ветерандары ассоциацияһы, Өфө ҡалаһының «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ағзалары 12 шыршы ултыртты.

Аллея 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылына, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йылына арналған.

Башинформ хәбәр иткәнсә, быйыл 19 апрелдән 10 майға тиклем «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында республикала 135 яңы аллея ултыртыу планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-06/v-ufe-poyavilas-novaya-alleya-sem-devushek-4225835

Автор:Сергей Николаев
Читайте нас: