Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.86
0
92.14
0
63.91
+1.07
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май , 11:52

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Радий Хәбиров яҡын арала Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы матәм митингында күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, Дәүләт Думаһы депутаты, Өфөнөң почетлы гражданы Павел Рюрикович Качкаев менән бәхилләшкәндә әйтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 майҙа уның ғүмере  фажиғәле өҙөлдө.

«Павел Рюрикович, ысынлап та, мэр вазифаһында Өфө өсөн бик күп эшләне. Үҙенән һуң изге эштәр ҡалдырҙы. Тиҙҙән уның хәтерен мәңгеләштереү тураһында Указға ҡул ҡуйырмын. Ҡала хакимиәтенән, ҡала Советынан миңә тәҡдимдәр индереүегеҙҙе һорайым. Павел Рюрикович быға тулыһынса лайыҡ. Беҙ быны мотлаҡ эшләрбеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: