Башҡортостанда пенсионерҙарҙың ҡайһы бер категорияларына Еңеү көнө айҡанлы аҡса түләү ҡаралған. Республикала һуғыш балаларына бер тапҡыр ике мең һум бирелә, тип яҙа «Электрогазета». Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
Был аҡса 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандар һәм Башҡортостанда даими йәшәгәндәргә түләнә. Йәмғеһе 108 меңгә яҡын кеше. Аҡса Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге аша күсерелә.
Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аҡсаны 7 майҙан банк картаһына күсерә башлайҙар йәки Рәсәй почтаһы менән ебәрәләр. Бер ниндәй ҙә ғариза яҙырға кәрәкмәй.
Ветерандарҙың айырым категорияларына (Икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар һәм уларҙың союздаштары ойошторған элекке концлагерь, гетто тотҡондарына, Финляндияға ҡаршы һуғыш, Бөйөк Ватан һуғышы, Японияға ҡаршы һуғыш осоронда һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарына, вафат булған Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына һ. б.) федераль бюджеттан матди ярҙам күрһәтелә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.