Өфө ҡала советы депутаттары Ленин районындағы яңы урамға күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм публицист Рамазан Өмөтбаевтың исемен бирҙе.
Ҡарар бөгөн ҡала Советының 51-се ултырышында ҡабул ителде, ул ҡала округы башлығы, Өфө ҡала советы рәйесе Марат Вәсимов етәкселегендә үтте.
Яңы урам «Затон-Көнсығыш» торлаҡ районында урынлашҡан һәм Шмидт, Әхмәтов урамдары, «Өфө-Затон» автомобиль юлы, Ағиҙел йылғаһы менән сикләнгән. Уның оҙонлоғо 0,7 километр тәшкил итә.
Рамазан Өмөтбаев 1924 йылдың 7 апрелендә Башҡорт АССР-ның Әлмөхәмәт ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Һуғыштан һуң Рамазан Өмөтбаев үҙенең ғүмерен дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә, шулай уҡ яҙыусылыҡ эшенә һәм публицистикаға бағышлай. Рамазан Ғимран улы – «Һылыубикә әбей» хикәйәләр йыйынтығы, «Генерал Кусимов» китабы, «Ысыҡтан эйелә ҡылған» романы һәм башҡа әҫәрҙәр авторы. Ул төрлө вазифаларҙа, шул иҫәптән Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй.
Рамазан Өмөтбаевтың эшмәкәрлеге дәүләт кимәлендә юғары баһалана – ул орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 1994 йылда «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Рамазан Өмөтбаев – Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияның беренсе лауреаты. Баймаҡ ҡалаһының һәм Баймаҡ районының почетлы гражданы.