08:47 (UTC+5), 29 Апреля 2025

Башҡортостанда һуғыш балаларына 2-шәр мең һум аҡса түләнә

Фото: Ксения Калинина
Иван Вавилов

Башҡортостанда һуғыш балалары статусы булғандарға Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан 2-шәр мең һум аҡса түләнә. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡуйған.

Һүҙ 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған һәм республикала даими йәшәгән оло быуын вәкилдәре тураһында бара. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев мәғлүмәттәре буйынса, әле Башҡортостанда улар 100 меңдән ашыу иҫәпләнә.

«Республиканан 2 мең һумды 108 меңгә яҡын ветеран алырға тейеш. Ветерандарҙың айырым категорияларына Еңеү көнө айҡанлы аҡса федераль бюджеттан түләнә. Был Икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар һәм уларҙың союздаштары ойошторған элекке концлагерь, гетто тотҡондарына, Финляндияға ҡаршы һуғыш, Бөйөк Ватан һуғышы, Японияға ҡаршы һуғыш осоронда һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарына, вафат булған Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына һ. б. ҡағыла. Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге аҡсаны 9 майға тиклем тарата, бер ниндәй ҙә ғариза яҙырға кәрәкмәй», — тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда һуғыш балалары тураһында республика законы 2021 йылда ҡабул ителде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-29/deti-voyny-v-bashkirii-poluchat-po-2-tysyachi-rubley-4217509

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика