

25 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында үткән «Граждан хирургтар өсөн хәрби-ялан хирургияһы» хирургия практикумында ҡатнашты. Волга буйы федераль округы төбәктәренән 250-нән ашыу хирург тәжрибә уртаҡлашырға һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерергә йыйылды.
Сара башланыр алдынан Радий Хәбиров медицина ҡорамалдары һәм техникаһы күргәҙмәһе менән танышты. Стратегик башланғыстар агентлығы проекттары директоры Сергей Стрижнев билдәләүенсә, Өфөнө конференцияны уҙғарыу урыны итеп һайлау төбәктә МХО-ла ҡатнашыусыларҙы дауалау һәм реабилитациялау йәһәтенән тупланған тәжрибәгә бәйле. Стратегик башланғыстар агентлығы МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә етди иғтибар бүлә, һәм әлеге проект ошо йүнәлештә мөһим аҙым булып тора. Волга буйы федераль округы хәрби-граждандар медицинаһы компетенцияһы үҙәктәрен булдырыу буйынса проект ғәмәлгә ашырыла башлағандан һуң икенсе урында тора.
БДМУ ректоры Валентин Павлов Тактик медицина курсын асыу тураһында һөйләне, уның маҡсаты — Рәсәй граждандарын ярҙам күрһәтеүгә өйрәтеү. 2024 йылдың 1 сентябренән Башҡорт дәүләт медицина университетында Тактик медицина үҙәге эшләй.
Бында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ярҙам күрһәтергә өйрәтәләр. Дәрестәрҙе хәрби тәжрибәһе булған медицина хеҙмәткәрҙәре һәм белгестәр үткәрә.
«Буласаҡ табиптарҙы иң тәүҙә хәрби һәм тыныс шарттарҙа зыян күреүселәр менән профессиональ эшләргә (беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, уның хәлен тотороҡландырыу һәм артабанғы эвакуацияға әҙерләү) өйрәтәбеҙ. Студенттар жгут-турникеттар, бандаждар, окклюзион пластырҙар һалырға, яраларҙы бәйләргә һәм башҡа күнекмәләргә өйрәнә», — тине БДМУ ректоры.
Күргәҙмәлә шулай уҡ медицина реабилитацияһы саралары етештереүселәр ҙә ҡатнаша.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.