

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы милли әҙәбиәт үҫешенә тос өлөш индергән популяр яҙыусы, тәржемәсе һәм журналист Гөлсирә Ғиззәтуллинаны «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләне. Кисә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Гөлсирә Ғиззәтуллинаның повесы буйынса «Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакленең премьераһы булды.
Гөлсирә Мирза ҡыҙы тыуған яғы Ейәнсура районында йәшәй. Кисә ул премьераны ҡарау өсөн махсус рәүештә Өфөгә килде. Башҡорт ҡоролтайының юғары наградаһын яҙыусыға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, профессор, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева тапшырҙы.
Гөлсирә Ғиззәтуллина – башҡорт әҙәбиәтендә ҡатын-ҡыҙ прозаһының сағыу вәкилдәренең береһе. Уның әҫәрҙәре романтик психологизм менән һуғарылған.
Ул яҙыусының хеҙмәтенә үтә яуаплы ҡарай. Һәр кешегә тәбиғәттән һәм Хоҙайҙан ниндәйҙер үҙенсәлекле һәләт бирелгән, тип иҫәпләй әҙибә. Һәр кем үҙенең мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланырға, кешеләргә файҙа килтерергә бурыслы. Уның инаныуынса, яҙыусының хеҙмәте икмәк бешереүсе йәки эшсенең хеҙмәтенә ҡарағанда мөһимерәк түгел. Иң мөһиме – ул йәмғиәткә кәрәкле булырға тейеш.
Гөлсирә Мирза ҡыҙы – Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабы еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара тулы дипломанты.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.