10:46 (UTC+5), 24 Апреля 2025

Республикала тылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡаһарманлығына арналған мемориал асылды

Фото: Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғоловтың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Стәрлебашта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл эшсәндәренең батырлығына арналған һәйкәл асылды. Мемориал район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанды биҙәй, тип хәбәр итте Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

«Һәйкәл Раевка станцияһында ваҡытлыса лагерҙа булған ирҙәренә йәйәүләп ашарға алып барған Стәрлебаш ҡатын-ҡыҙҙары хөрмәтенә ҡуйылды. Был һәйкәл хеҙмәт һәм берҙәмлектең мөһимлеге тураһында иҫкә төшөрөп торһон, шулай уҡ киләсәк быуындарға районыбыҙҙың тарихи хәтерен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн илһам бирһен», — тип яҙа Рөстәм Рахманғолов.

Проект ойошма һәм фермер хужалыҡтары етәкселәре, депутаттар, эшҡыуарҙар һәм район халҡы ярҙамында тормошҡа ашырылған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-24/v-bashkirii-otkryli-memorial-posvyaschyonnyy-podvigu-zhenschin-v-tylu-4210964

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика