10:07 (UTC+5), 23 Апреля 2025

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың үгәй балаларына уҡырға ингәндә льгота бирелә

Әлфиә Әһлиуллина

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың үгәй улдарына һәм ҡыҙҙарына уҡырға ингәндә льготалар ҡаралған. Дәүләт Думаһы тейешле закон проектын өҫтөнлөклө тәртиптә ҡарарға йыйына, тип хәбәр итте Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың балаларына юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн айырым квота бүленә, тип иҫкә төшөрҙө парламент спикеры. Шул уҡ ваҡытта хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең үгәй балалары әлегә был льготанан файҙалана алмай. Закон проекты менән был хәлде үҙгәртергә, юғары уҡыу йортона квоталар буйынса инергә хоҡуҡлылар исемлеген тулыландырырға тәҡдим ителә.

Был нормалар уларҙы вуздарҙың әҙерлек бүлексәләренә алыуға, шулай уҡ мәктәп программаһын үҙләштереү һөҙөмтәләренә ҡарамайынса, урта һөнәри белем биреү ойошмаһына тәү сиратта ҡабул итеүгә лә ҡағыла, тип өҫтәне Вячеслав Володин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-23/pasynki-i-padcheritsy-uchastnikov-svo-poluchat-lgoty-pri-postuplenii-4209644

 



Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика