Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.76
-0.38
93.67
+1.45
66.75
+0.49
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель , 15:46

МХО яугире отпуск ваҡытында ғаилә ҡорған

Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосоповтың телеграм-каналы
Фото:Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосоповтың телеграм-каналы

Дүртөйлө районынан МХО яугире ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан сағында ғаилә ҡорған. Никахты теркәү тантанаһы райондың Мәҙәниәт йортонда үтте, тип яҙа муниципалитет хакимиәте башлығы Риф Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Тиҙҙән яҡташыбыҙ Тыуған илебеҙҙе һаҡлау өсөн йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана. Йәш кәләш иренең еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтырына ышана.

«Йәштәргә саф хистәрен һүрелтмәй, бер-береһенә терәк булып, оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйем. Ысын патриот, тыуған еребеҙҙе һәм илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлаусы яҡташыбыҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын», — тигән изге теләктәрен еткерҙе Риф Йосопов.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-04-22/v-bashkirii-vo-vremya-otpuska-zhenilsya-uchastnik-svo-4208243

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: