08:12 (UTC+5), 22 Апреля 2025

Республикала май байрамдарында медицина учреждениеларының эш графигы билдәле булды

Фото: Олег Яровиков
Ләйсән Зкирова

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы май байрамдары осоронда медицина учреждениеларының эш графигын баҫтырып сығарҙы.

Мәҫәлән, 2, 3, 8, 10 майҙа республика поликлиникалары шәмбе графигы буйынса, йәғни иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй, табип саҡыртыу көндөҙгө сәғәт дүрткә тиклем ҡабул ителә.

1 һәм 9 майҙа – байрам көнө графигы буйынса – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә ҡәҙәр.

1, 2, 3, 8, 9, 10 майҙа диспансеризация һәм профтикшереүҙәр үтергә мөмкин.

Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары 1, 2, 3, 8, 9 һәм 10 майҙа эшләй. Ошо уҡ көндәрҙә ауырлы ҡатындар УЗИ-скрининг үтә ала.

Неонаталь һәм киңәйтелгән неонаталь скрининг үткәреү өсөн яңы тыуған сабыйҙарҙың биоматериалдары 2025 йылдың 1-11 майында Өфөнөң Чернышевский урамындағы 41-се йортта ҡабул ителә.

1, 2, 3, 4, 8, 9, 10 һәм 11 майҙа иртәнге сәғәт 8-ҙән 4-кә тиклем ашығыс стоматология ярҙамын алырға мөмкин.

Байрам һәм ял көндәрендә рецептар буйынса дарыу препараттары, махсус дауалау туҡланыуы һәм медицина изделиелары, ауыртыуҙы баҫыу препараттары менән тәьмин итеү «Башфармация» дарыуханаларының эш графигына ярашлы башҡарыла.

https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-04-22/v-bashkirii-opublikovali-grafik-raboty-meduchrezhdeniy-na-mayskih-prazdnikah-4207841

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика