

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтар йыл һайын тиерлек Сибайҙа урынлашҡан «Урал аръяғы» шифаханаһында ял итә. Уҙған көҙ һаулыҡтарын нығытҡан мәлдә улар шифахана директоры Ратмир Ғөбәйҙуллинға учреждение биләмәһенә ағас ултыртырға вәғәҙә бирә.
Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтар — Сыңғыҙҙа тау битен кәртәләп, меңдән ашыу ағас ултыртҡан замандаштарыбыҙ. Улар йыл һайын үҙ теләктәре менән Һаҡмар йылғаһы буйын таҙалауҙары менән дә маҡтаулы.
Вәғәҙәләренә тоғро ҡалып, бөгөн улар ҡыҙҙары Рәмилә, кейәүҙәре Фәрит, ҡоҙағыйҙары Миңнур Моратовтар менән берлектә «Урал аръяғы» шифаханаһы биләмәһенә 80 төп ҡарағай ултыртты.
— Улыбыҙ һәм Әбйәлил районындағы ҡоҙабыҙ Әнисәр Килдейәров үҫентеләр табып бирҙе. Вәғәҙә — иман тип, бөгөн вәғәҙәмде үтәп ҡуйҙым. Мине берәү ҙә көсләп эшләтмәй, ҡушмай ҙа, түләмәй ҙә. Намыҫ ҡушыуы буйынса йөрөйөм. Бер аҙ булһа ла тәбиғәтте һаҡлауға, тирә-яҡты йәшелләндереүгә, матурыраҡ итеүгә үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем. Барса кеше ағас ултыртһа, тирә-яҡты таҙалауға, сүпләмәүгә ыңғай ҡараһа һәм үҙ өлгөһөндә йәштәргә үрнәк күрһәтһә, донъябыҙ күпкә күркәм булыр ине. Кемдәндер көтөп ятырға кәрәкмәй, был ерҙә үҙебеҙ йәшәйбеҙ, балаларыбыҙ йәшәй. Был ер үҙебеҙгә кәрәк, — ти 76-сы йәш менән барыусы Фәйзрахман Усманов.
Улар ағас ултыртып ҡына ҡалмай, элек шифахана хеҙмәткәрҙәре ултыртҡан ағастарҙы тәрбиәләп, ҡороғандарын бысып, урынына яңы йәш үҫентеләр ултыртып киткәндәр.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.