

Дыуан районының Ярославка ауылынан тыл ветераны Лидия Ситчихина 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Район хакимиәте вәкилдәре йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән ҡотланы.
Лидия Степановнаның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә, һәм ул, меңәрләгән тыл эшсәндәре кеүек, Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Алты йәшенән үк умарталыҡта ярҙамсы, һуңынан колхозда тир түгә.
1966 йылдан 1997 йылға тиклем Лидия Степановна Росгосстрах системаһында эшләй. 30 йылдан ашыу ғүмерен халыҡтың именлеге тураһында хәстәрлек күреүгә бәйле эшкә бағышлай. Хеҙмәт ветераны, изге күңелле һәм әүҙем тормош позицияһы булған кеше.
«Аралашыу» клубы уның тормошонда айырым урынды биләй. Ул әле лә асыҡ зиһенле, күтәренке рухлы, изге йәнле.
Лидия Ситчихинаның яратҡан ғаиләһе бар: ҡыҙы һәм ейәне әсәй, өләсәй тип өҙөлөп тора, уның менән бик ғорурлана. Ҡыҙы Мәскәүҙә йәшәй, ара алыҫ булһа ла, әсәһе менән даими бәйләнештә. Әле Лидия Степановнаға туғаны Татьянаның ғаиләһе ярҙам күрһәтә. Ул көн дә уның хәлен белешеп тора, ҡәҙерләп тәрбиәләй.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.