

18 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Ул махсус бойороҡҡа тиклем ғәмәлдә ҡала. Тейешле ҡарарға респубика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.
Документта билдәләнеүенсә, янғынға ҡаршы режим осоронда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә, төбәк әһәмиәтендәге айырым һаҡланған территорияларҙа, запастағы ерҙәрҙә, юл буйҙарында, йылға һәм күл яндарында, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә, коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәрендә усаҡ яғыу тыйыла.
Ҡарарға ярашлы, граждандарҙың ял итеү урындарында, коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәре биләмәләрендә рейдтар, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү буйынса аңлатыу эштәре ойошторола. Шулай уҡ урман эсендә урынлашҡан һауыҡтырыу объекттарынан халыҡты, балаларҙы тиҙ арала эвакуациялау өсөн эш тәртибе әҙерләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булған осорҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн түбәндәге штрафтар ҡаралған:
Бынан алда Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хәҙер дәүләт янғын күҙәтеүе инспекторҙарының янғын режимын боҙғандарға урында штраф яҙып бирергә хоҡуҡлы булыуын иҫкә төшөрҙөләр. Бындай норма 11 апрелдән ғәмәлгә индерелде. Физик берәмектәр өсөн иң күп штраф – 20 мең һумға тиклем.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.