

Мәсетле районынан «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнашыусы, «Айша» хәйриә йорто етәксеһе Айнур Зәбихуллин Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан «Мәңге хәтерҙә» акцияһын башлап ебәрҙе. Уның асылы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар төҙөгән йәки йәшәгән йорттарҙы мәғлүмәт таҡталары менән биҙәүгә ҡайтып ҡала. Табличка башҡорт флагы төҫтәрендә эшләнгән. Унда, ветеран тураһында мәғлүмәттәрҙән тыш, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм «Атайсал» проекты логотиптары төшөрөлгән.
«Атайсал - ул төп нигеҙ, тыуған йорт. Мин әле ғаиләм менән йәшәгән өйҙө кем һалғаны менән ҡыҙыҡһына башланым. Баҡтиһәң, уны төҙөүгә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡарт олатайым Сабирйән Зәбихуллин ҙур өлөш индергән икән. Ғаиләм менән ошо табличканы ҡарт олатайым нигеҙ һалған йортҡа ҡуйырға йыйынам», – ти Айнур Зәбихуллин.
Ул яҡташтарын акцияла ҡатнашырға саҡырҙы. Социаль селтәрҙә был идеяны хуплаусылар байтаҡ.
«Саҡырыуҙы ҡабул итәбеҙ, дәртләндергәнегеҙ өсөн рәхмәт», – тип яҙалар комментарийҙарҙа.
Башҡортостанда «Атайсал» проекты үҙенең изге юлын дауам итә. Махсус хәрби операция шарттарында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2021 йылда башланған проект ярҙамында меңләгән кешегә һәм йөҙләгән ауылға ярҙам күрһәтелде. 2025 йылдың тәүге декадаһында ғына «Атайсал» МХО яугирҙәренә ярҙамға, республика ауылдарын һәм ҡалаларын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән 2148 проектты берләштерҙе. Хәҙер Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы проект сиктәрендә республикала яңы һәйкәлдәр асыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.