Киләһе йылдан башлап страховка пенсиялары йыл һайын ике тапҡыр – 1 февралдән һәм 1 апрелдән индексациялана. Бындай саралар Рәсәй хөкүмәте раҫлаған 2030 йылға тиклем өлкән быуын граждандары мәнфәғәтендәге ғәмәлдәр стратегияһында ҡаралған.
Бынан тыш, стратегияла өлкән быуын граждандарының эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү, улар өсөн өйҙә, ваҡытлыса, һығылмалы һәм дистанцион мәшғүллек формаларын үҫтереү, хеҙмәт баҙарында дискриминацияға юл ҡуймау һәм пенсия йәшенән һуң эшен дауам итеү өсөн шарттар булдырырға тәҡдим ителә.
Стратегияла шулай уҡ сирҙәрҙе иртәрәк иҫкәртеү, медицина ярҙамының сифатын күтәреү, оло йәштәгеләрҙең финанс белемен арттырыу һәм әүҙем тормошон оҙайтыу буйынса һәм башҡа саралар ҡаралған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы республикабыҙҙа 2020 йылдан тормошҡа ашырыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.