08:08 (UTC+5), 14 Апреля 2025

Еңеү көнө алдынан республикала стелаларҙы һәм һәйкәлдәрҙе тәртипкә килтерәләр

Фото: Олег Яровиков
Роман Якимчук

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Ошо байрам алдынан республикала һәйкәлдәр, мемориаль комплекстар, стелаларҙы ремонтлайҙар һәм тәртипкә килтерәләр. Был турала хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте.

Әлеге ваҡытта республиканың барлыҡ тораҡ пункттарында тиерлек ошондай мемориалдар һәм һәйкәлдәр бар, уларҙың һаны – 4 меңдән ашыуыраҡ. Республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һүҙҙәренсә, уларҙың барыһы ла тәртипкә килтерелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров байрамға әҙерлек барышында башҡарылған эштәр тураһында доклад әҙерләргә ҡушты.

Бынан алдараҡ Башинформ Еңеү көнө алдынан Өфөлә хәрби техника күргәҙмәләренең асыласағы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-14/nakanune-dnya-pobedy-v-bashkirii-privodyat-v-poryadok-stely-i-pamyatniki-4197079

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика