Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.77
-1.24
94.16
-2.05
64.97
+0.09
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель , 09:17

Башҡортостанда аҙна башында ҡарлы-ямғырлы, ләкин йылы һауа торошо көтөлә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда аҙна башында ҡарлы-ямғырлы, әммә йылы һауа торошо фаразлана, тип хәбәр итә Башгидромет синоптиктары.

Бөгөн, 14 апрелдә, бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа иртән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +7,+12°.

Шишәмбе, 15 апрелдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, -4°, көндөҙ +10,+15°.

Шаршамбы, 16 апрелдә, шулай уҡ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Температура төндә 0, +5°, көндөҙ иһә +14, +20° тиклем күтәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-14/v-bashkirii-pogoda-v-nachale-nedeli-prepodneset-syurpriz-4196348

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: