Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
9+ °C
Облачно
Йәмғиәт
10 Апреля 2025, 09:09

Башҡортостан юлдарында транспорт өсөн хәрәкәт ябылды

Олег ЯровиковОлег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле 10 апрелдә көндөҙгө 2-се яртыла өс юлда барлыҡ транспорт өсөн хәрәкәт ябылды. Башҡортостан Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Яңауыл районына тиклем Өфө — Бөрө — Яңауыл, Дыуан районына тиклем Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы һәм Яугилде — Щучье Озеро трассаларында ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде. Юлдар асылһа, ведомствонан хәбәр итерҙәр. 

Бынан алдараҡ Башинформ Өфөнөң Сәғит Агиш урамында юл участкаларын ваҡытлыса ябыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-10/na-dorogah-bashkirii-iz-za-nepogody-vveli-ogranicheniya-dvizheniya-4192391

Видео:Олег Яровиков
Автор:Дарья Субботина
Читайте нас