08:58 (UTC+5), 10 Апреля 2025

Бөрйәндә «Шүлгәнташ» музейына газ үткәреү эштәре башланды

Фото: «Шүлгәнташ» музей комплексы
Инсаф Хужабиргәнов

Бөрйән районында «Шүлгәнташ» музей комплексына һәм «Морат туғай» туристик комплексына газ үткәреү башланды. Әлеге ваҡытта юлдың асфальт япмаһы аҫтында газ торбалары һалыу эштәре алып барыла, тип хәбәр иттеләр «Шүлгәнташ»тың рәсми төркөмөндә.

Бынан тыш, быйыл көҙ музей комплексы менән бергә яҡын-тирәләге Әтек, Мәндәғол, Кейекбай, Ҡотан, Ғәҙелгәрәй һәм Ырғыҙлы ауылдары ла зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыла. Ҡасаба-ара газ үткәргес алыҫ ауылдарҙы район үҙәге менән тоташтырған да инде, хәҙер ауылдарҙа эштәр бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда Башҡортостанда биш ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлә. Был дүрт районда 22 ауылды газ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә.

Социаль программа сиктәрендә ағымдағы йылда 459,5 саҡрым газ үткәргес төҙөү планлаштырыла. Был иһә 14 мең йортто газға тоташтырырға мөмкин тигән һүҙ. Программа ярҙамында бөтәһе 57,4 мең ғаилә газ менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә була. Башҡортостан ошо йүнәлештә алдынғы урындарҙы биләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-10/v-bashkirii-nachali-provodit-gaz-v-muzey-shulgan-tash-4191661

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика