11:18 (UTC+5), 09 Апрель 2025

Өфөлә Бөтә донъя һөнәрселәр күргәҙмәһе ойошторола

Фото: Олег Яровиков
Элина Әхмәтова

Өфөлә Бөтә донъя һөнәрселәр күргәҙмәһе ойошторола. Мэрияның оператив кәңәшмәһендә бизнес-шериф — Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Агарагим Кагиргаджиев ошо хаҡта белдерҙе. Уҙған аҙнала Өфө Бөтә донъя һөнәрселәр ҡалаһы статусына лайыҡ булды, был баш ҡалабыҙға ойоштороусы ролен башҡарырға мөмкинлек бирә. Сара тураһында аныҡ мәғлүмәттәр әлегә юҡ.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостандың баш ҡалаһы Рәсәйҙә беренсе булып халыҡ-ара тигән статусты яулап алды.

«Хәҙер үҙебеҙҙең продукция менән донъя баҙарына сыға һәм Өфөгә этника, халыҡ художество кәсептәре менән бәйле сараларҙы йәлеп итә алабыҙ. Был ҡалабыҙға туристар ағымын арттырыр тип көтәбеҙ», — тип билдәләне Агарагим Кагиргаджиев.

Мэр Ратмир Мәүлиев 2024 йылда Өфөгә туристар ағымының 50% артыуын иҫкә төшөрҙө.

Бынан алда Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы республиканың иң яҡшы бизнес-шерифтары тураһында хәбәр иткәйне.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика