

Өфөлә 62-се йәшендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ә.Исҡужин исемендәге 9-сы балалар сәнғәт мәктәбе директоры Әхиәт Ғәйетбаев вафат булған. Был турала Ленин районы башлығы Олег Котов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.
Әхиәт Ғәйетбаев 1963 йылда Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдар Баймаҡ музыка мәктәбендә уҡытҡан. 1997 йылда Әхиәт Ғәйетбаев Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалы директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2007 йылдан Өфөнөң 9-сы музыка мәктәбен етәкләй.
2013 йылда Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе» конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инһә, ә 2017 йылда «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 предприятиеһы һәм ойошмаһы» конкурсы номинацияларының береһендә еңеү яулай.
Талантлы педагог һәм етәксе Әхиәт Ғәйетбаев республикала билдәле шәхес ине. Мәғариф һәм ижад өлкәһендә күп йыллыҡ һәм уңышлы хеҙмәте өсөн ул Салауат Юлаев орденына, Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең рәхмәт хаттарына, шулай уҡ Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы һәм Ленин районы хакимиәттәренең маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.
«Әхиәт Ғиниәт улы мәҙәни мираҫты үҫтереүгә, һаҡлауға, лайыҡлы дауам итеүгә һәм профессиональ кадрҙар әҙерләү эшенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Әхиәт Ғәйетбаев юғары кимәлдәге профессионал, ихлас һәм үҙ эшенә тоғро кеше булып хәтеремдә ҡалыр», — тип билдәләне Олег Котов.
Әхиәт Ғәйетбаев менән бәхилләшеү иртәгә, 10 апрелдә, көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Баймаҡ районының Буранбай ауылында була.
«Башинформ» Әхиәт Ғиниәт улының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Бынан алдараҡ «Ғорурланырға мөмкин» проектында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғәйетбаев хаҡында яҙып сыҡҡайнылар.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.