

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Магомед Абдулхәлимов менән осрашты. Улар төбәктә социаль учреждениелар системаһын үҫтереү һәм берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Башҡортостан илдең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы менән хеҙмәттәшлек алып бара һәм өлкән йәштәге граждандарға, инвалидтарға, шулай уҡ балалы ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән бер нисә башланғысты тормошҡа ашыра, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Беҙ федераль министрлыҡҡа ярҙамы өсөн бик рәхмәтле. Беҙҙә дәүләткә ҡарамаған сектор уңышлы үҫешә. Республикала реабилитацияға һәм реабилитациялауҙың техник сараларына сертификаттар системаһы индерелде, — тине республика етәксеһе. — Элекке «Талҡаҫ» шифаханаһында реабилитация үҙәген булдырыу проектын тәҡдим итергә теләйбеҙ. Был үҙәк, шул иҫәптән МХО ветерандары өсөн дә бик кәрәкле булыр тип ышанам».
Магомед Абдулхәлимов республиканың федераль министрлыҡ менән юғары кимәлдә хеҙмәттәшлек итеүен раҫланы һәм төбәктең перспективалы башланғыстарына ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.
«Башҡортостан «Ғаилә» милли проектының «Өлкән быуын» федераль проектында әүҙем ҡатнаша. Бер нисә мөһим объект, шул иҫәптән «Именлек» социаль үҙәге булдырылды, — тип билдәләне ул. — Бөгөн мин дәүләт-шәхси партнерлыҡтың уңышлы өлгөһө — Кушнаренко районындағы «Ата-әсә йорто» проекты менән таныштым. Яңы, шул иҫәптән Талҡаҫ шифаханаһында МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация үҙәген булдырыу башланғыстарына килгәндә, уларҙы инвестиция комиссияһында ҡарарбыҙ. Әгәр был проект норматив талаптарға тап килһә, ярҙам итербеҙ».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.