08:21 (UTC+5), 08 Апреля 2025

«Башинформ» республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Альмира Давлетбаева

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы 2024 йылда Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған киң мәғлүмәт сараһы тип танылды, тип хәбәр итә «Медиалогия» компанияһы.

Рейтинг компанияның цитата килтереү индексына нигеҙләнеп төҙөлгән. «Башинформ»дың – 274,04. Тәүгеләр рәтендә шулай уҡ Mkset (236,23) һәм Уфатайм (235,01) . Башҡортостан юлдаш телевидениеһы дүртенсе баҫҡысты биләй – 189,89. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса ла «Башинформ» «Медиалогия» рейтингында республиканың иң күп цитаталар килтерелә торған киң мәғлүмәт сараһы тип билдәләнгәйне.

«Башинформ» һәр ваҡыттағыса цитата килтереү буйынса республикала алдынғы урынды һаҡлап ҡала. «Медиалогия» рейтингында беренсе урын «Башинформ»дың дөрөҫ мәғлүмәт сығанағы булып тороуын раҫлай. Редакция материалдар әҙерләгәндә факттарҙы ентекле тикшерә, мәғлүмәт еткереү стиленә айырыуса иғтибар бүлә. Был йәнә бер тапҡыр ғәҙел эшләгән киң мәғлүмәт сараһының уңышҡа өлгәшеүен дәлилләй», – тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы һуңғы йылдарҙа цитата килтереү һәм ҡарау буйынса республика медиаресурстары араһында алдынғы позицияларҙы һаҡлап килә. Дәүләт киң мәғлүмәт сараһы булараҡ, халыҡҡа властың нимә менән шөғөлләнеүе тураһында ентекле, дөрөҫ мәғлүмәт еткереү генә түгел, ә ни өсөн икәнен аңлатыуҙы ла төп бурысыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ. Беҙ халыҡҡа нимә ҡыҙыҡлы, шул хаҡта яҙабыҙ», – тип билдәләне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-08/bashinform-priznan-samym-tsitiruemym-smi-bashkirii-4189067

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика