

19 апрелдән 10 майға тиклем (берҙәм көн – 26 апрель) «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында республикала 135 яңы аллея ултыртыу планлаштырыла. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдерҙе.
Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Ошо уңайҙан республикала тематик аллеялар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтың Октябрь проспектында – 80 төп ҡайын, Салауатта – 80 төп йүкә, ә Октябрьскийҙың Еңеү паркында 80 төп шыршы ултыртыла. Нефтекамала «Киләсәк аллеяһы»н булдырыу планлаштырыла, унда 100 төп пирамидаль тирәк үҫентеһе ултыртыла. Өфөлә 3 мең эре ағас һәм 1700 ҡыуаҡ ултыртыу, 3 тематик аллея булдырыу күҙаллана.
Быйыл яҙ бөтәһе 7700 төп эре һәм 67 мең төп башҡа үҫенте ултыртыу планлаштырыла. Акцияла 45 меңдән ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә, уларҙың 5 меңе – ирекмәндәр.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-07/v-bashkirii-poyavyatsya-135-novyh-alley-4187396
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.