10:11 (UTC+5), 07 Апреля 2025

Башҡортостан Башлығы ташҡындан һуң ауылды тергеҙеүҙе шәхсән тикшерергә йыйына

Фото: Валерий Шахов
Ксения Калинина

Архангел районы башлығы Айрат Сәйетғәлин 7 апрелдә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ташҡындан зыян күргән Аҙау ауылы халҡының ниндәй түләүҙәр алыуы тураһында һөйләне.

«Үткән аҙнала аҡса алдыҡ, тарата башланыҡ. Һәләк булған малдарҙың хужаларына – 29 кешегә тулыһынса түләнек. Ғаризалар буйынса тәү сираттағы ихтыяждар өсөн 5-әр мең һум таратыла, бөгөнгә 745 мең һумлыҡ түләүҙәр башҡарылды. 7 апрелдә иртән 9 йорт хужалығына юҡҡа сыҡҡан мөлкәт өсөн аҡса йүнәлттек. Был эште 10 апрелгә тиклем тамамлайбыҙ», — тип хәбәр итте Айрат Сәйетғәлин.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был эш тамамланғас, хәбәр итергә ҡушты.

«Иң мөһиме, беҙ һеҙгә аҡса ебәрҙек. Әгәр күберәк кәрәк булһа, бүлербеҙ. Иң мөһиме, зыян күргән кешеләрҙең йорт-ҡуралары ғәҙел рәүештә тергеҙелергә тейеш», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм Транспорт министрлығы ла ауылды тәртипкә килтереү эштәрен алып бара.

Эштәр тамамланғас, Башҡортостан Башлығы ауылды тергеҙеүҙә хеҙмәттәрҙең нисек ярҙам итеүҙәрен шәхсән тикшерергә йыйына.

«Барығыҙға ла һәр яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ. Аҡса түләнде. Хәҙер ауылды тәртипкә килтерергә кәрәк. Эште тамамлағас, барып ҡарарбыҙ. Халыҡ менән һөйләшербеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-07/glava-bashkirii-lichno-proinspektiruet-vosstanovlenie-derevni-posle-pavodka-4187306

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика