Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында республика законының 10-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын ҡарай. Бәлиғ булмаған бала һәм инвалид бала тәрбиәләгән ишле ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү планлаштырыла, тип хәбәр итә республика Ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.
Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, закон проекты халыҡтың ошо төркөмөнөң социаль яҡланғанлыҡ кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән. Мәҫәлән, әгәр улар эш эҙләүҙә ҡыйынлыҡтар менән осрашһа, уларҙы ваҡытлыса эш менән тәьмин итергә тәҡдим ителә. Закон проектын апрель башында беренсе уҡыуҙа ҡарау планлаштырыла.
Башинформ хәбәр иткәнсә, апрелдә республика парламенты аҙаҡҡы уҡыуҙа енесен алмаштырырға рөхсәт ителгән дәүләттәрҙең граждандарына балаларҙы уллыҡҡа алыуҙы тыйған закон ҡабул итергә әҙерләнә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.