12:15 (UTC+5), 02 Апреля 2025

Республикала 3 апрелдән урмандарҙа янғын хәүефе миҙгеле асыла

Фото: Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Дарья Субботина

3 апрелдән Башҡортостанда урмандарҙа янғын хәүефе миҙгеле асыла. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдерҙе.

«Һауа температураһының күтәрелеүен, сиктәш биләмәләрҙә ҡоро үләндең яныуын иҫәпкә алып, 3 апрелдән урмандарҙа янғын хәүефе миҙгелен асабыҙ, шулай уҡ 1 майҙан республика урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итәбеҙ», — тип белдерҙе министр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1 майҙан янғынға ҡаршы махсус режим индереү өсөн материалдар әҙерләргә ҡушты.

«Гидрометеорология буйынса федераль хеҙмәт һәм Авиация урман һағының яҡынса фараздарына ярашлы, республиканың айырым райондарында майҙан сентябргә тиклем юғары класлы янғын хәүефе фаразлана. Шуға күрә төп бурысыбыҙ — төрлө хәлдәргә әҙер булыу. Республика урмандарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 2025 йылға урман янғындарын һүндереүҙең йыйылма планы раҫланды, ул 11,5 мең кешене һәм 3,3 мең берәмек техниканы йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота», тине Марат Шәрәфетдинов.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов һүҙҙәренсә, ландшафт янғындарын һүндереү өсөн 7,5 меңдән күберәк кеше һәм 1 меңдән ашыу берәмек техника әҙер.

«Республика янғынға ҡаршы хеҙмәтенең беҙҙең ведомство ҡарамағындағы учреждениеһы нигеҙендә йыл һайын оператив штаб ойошторола, уның бурысы янғындарҙы һүндергәндә өҫтәмә техника, янғын һүндереү ҡорамалдары һәм ирекмәндәр менән тәьмин итеүҙе координациялау. Ошо эш барышында 55 муниципалитет ландшафт янғындарын һүндереүгә махсус техника йәлеп итеү тураһында килешеү төҙөнө. Бынан тыш, Ка-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора, уҙған миҙгелдәрҙә ул үҙенең һөҙөмтәле булыуын раҫланы», — тине Кирилл Первов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-02/v-bashkirii-s-3-aprelya-otkryvaetsya-pozharoopasnyy-sezon-v-lesah-4180906

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика