11:09 (UTC+5), 01 Апреля 2025

Башҡортостанда баланы беренсе класҡа яҙыуға 12 меңдән ашыу ғариза бирелгән

Фото: Валерий Шахов
Иван Вавилов

Башҡортостанда быйыл баланы беренсе класҡа яҙыуға 12,1 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте.

Дәүләт хеҙмәттәре аша 10,3 меңдән ашыу ғариза тапшырылған. Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, кампанияның беренсе этабы — 1 апрелдән 30 июнгә, ә икенсеһе 6 июлдән һәм 5 сентябргә тиклем ойошторола.

«Беренсе этап мәктәпкә уҡырға инеү өсөн өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә булған балалар, шулай уҡ беркетелгән территорияла, йәғни мәктәп урынлашҡан районда йәшәгән балалар өсөн тәғәйенләнгән. Икенсе этап иһә беркетелгән биләмәлә йәшәмәгән балалар өсөн. Йәғни ошо этапта икенсе райондың мәктәптәренә ғариза бирергә мөмкин», — тине Мәүлитбирҙин.

 Республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин мәғлүмәттәре буйынса, Өфө, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Сибай, шулай уҡ Туймазы, Өфө, Ишембай һәм Бәләбәй райондары әүҙемлек күрһәткән.

2025 йылда баланы беренсе класҡа яҙыу тураһында тулыраҡ «Башинформ» лонгридында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-04-01/v-bashkirii-na-zapis-v-pervyy-klass-podano-bolee-12-tysyach-zayavleniy-4179422

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика