

Өфөлә Рәсәйҙең Милли матурлығы Бөтә Рәсәй матурлыҡ, мода һәм креатив фестивале үтте, уның сиктәрендә «Төп-модель Өфө-2025» дефиле буйынса турнир лауреаттары һәм «Пар алма» һайланды.
Жюри ҡарары менән «Пар алма» конкурсының гран-прийы Елена һәм Анна Куликоваларға тапшырылды. Еленаның ғаиләһендә 10 бала тәрбиәләнә. Куликовтар – бик күп балаларға ата-әсә наҙы бүләк иткән ғаилә. Улар барыһы ла матурлыҡ конкурсында ҡатнашҡан әсәһен һәм апаһын дәртләндерергә килде, хатта ғаилә фотоларын тотоп, ҡыҙыл келәмдән үтте.
Елена һәм Анна Куликовалар Мәскәүҙә абруйлы матурлыҡ конкурсында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы, отелдә йәшәү сығымдарын ойоштороусылар ҡаплай.
Беренсе һәм икенсе урындарҙы Өфөнән Үмәрбаевтар һәм Сәғәҙиевтар ғаиләләре алды, ә өсөнсө урындарҙы Әбйәлил районынан апалы-һеңлеле Әлибәковалар һәм Кинйәбулатовтар ғаиләһе бүлеште.
Фестивалдә республиканың төрлө мөйөштәренән 30 финалсы ҡатнашты. «Пар алма» конкурсында әсәйҙәрҙән һәм ҡыҙҙарҙан йәки апай-һеңлеләрҙән торған командалар бер-береһе менән таныштырҙы, йырланы, бейене, family look жанрында милли һәм киске күлдәктәрҙе күрһәтте. Ә йәш моделдәр спорт һәм милли кейемдәрҙә, «шанель» стилендәге бәләкәй ҡара күлдәктә ҡыҙыл келәм буйлап үтте.
Ҡатнашыусыларҙы былтырғы еңеүселәр – Иманғоловтар һәм Хужиндар ғаиләһе, халыҡ блогерҙары Әлиә Әбдрәшитова һәм Дим Аллаяров, «Рәсәйҙең Милли матурлығы» фестивале амбассадорҙары Данилина Кузиәхмәтова, Дарьяна Ихсанова, Ангелина Баркутова һәм психолог Илдар Килмәтов баһаланы.
«Пар алма» — матурлыҡ һәм әсәлек конкурсы әсәйҙәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы мауыҡтырғыс ярышта берләштергән үҙенсәлекле күренеш, унда һәр команданың үҙ матурлығын, талантын һәм бер-береһе менән тығыҙ бәйләнешен күрһәтеү мөмкинлеге бар», — ти фестивалдең режиссеры Зарина Йәнбирҙина.
Дефиле буйынса республика турнирында Өфө районынан Асель Ғилманова, Әбйәлилдән Мәликә Минһажева һәм Наҙгөл Исмәғилева, Өфөнән Камила Фәйзуллина алтын миҙалға лайыҡ булды.




© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.