08:46 (UTC+5), 28 Марта 2025

«Башинформ»да республикала ағас ултыртыу акциялары тураһында һөйләнеләр

Фото: Валерий Шахов
Галина Бахшиева

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы майҙансығындағы «Профи» медиа коннект-клубында уҙған «йәшел» түңәрәк өҫтәлдә республика район һәм ҡала киң мәғлүмәт сараларының 70 вәкиле ҡатнашты.

Журналистарҙың һорауҙарына Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фаррахов, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Вилорий Угаров һәм Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы начальнигы урынбаҫары Данил Ғәлиуллин яуап бирҙе.

Түңәрәк өҫтәлдә тикшерелгән темалар иҫәбендә – «Йәшел Башҡортостан», «Рәсәй һыуы» кеүек күләмле акциялар, макулатура йыйыу буйынса Бөтә Рәсәй «Бум баттл» акцияһы. Бынан тыш, дәүләт урман фонды биләмәһендә «Хәтер баҡсаһы» ағас ултыртыу акцияһын үткәреү тураһында иғлан иттеләр. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған совет кешеләре тураһында хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән, шулай уҡ МХО геройҙарына арналған. Акция дәүләт башлығы Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса бойомға ашырыла. Быйыл, Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулған йылда, «Хәтер баҡсаһы» тағы ла күләмлерәк итеп үткәрелә.

«Профи» медиа коннект-клубы –  «Медиапрофи» креатив технологиялар үҙәгенең һәм «Башинформ»мәғлүмәт агентлығының социаль проекты. Республика журналистары өсөн проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.

«Профи» медиа коннект-клубында уҙған түңәрәк өҫтәл трансляцияһын бында ҡарарға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Башлығының республикала граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары 2019 йылда Радий Хәбиров указы менән булдырылды.

«Беҙҙә грант ярҙамы системаһы яҡшы төҙөлгән. Һуңғы биш йылда граждандар йәмғиәте институттары 1,5 миллиард һумға яҡын ошондай ярҙам алды. Беҙҙең коммерцияға ҡарамаған сектор Башҡортостан Башлығы гранттары Фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-28/v-bashinforme-anonsirovali-aktsii-po-posadke-dereviev-v-bashkirii-4176438

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика