Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83.68
0
89.66
0
72.35
-0.41
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март , 12:09

Башҡортостанда милли проект буйынса М-5 «Урал» трассаһы участкаһы төҙөкләндерелә

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте
Фото:Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте

2025 йылда Башҡортостанда «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә М-5 «Урал» (Шишмә − Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә) трассаһының 21 саҡрымлыҡ участкаһында ремонт эштәре башҡарыла. Ул Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Шишмә райондары биләмәләре буйлап үтә. Эшселәр юл япмаһын яңырта, ситтәрен нығыта, юл тамғалары һыҙа. Ремонт көндәр бер аҙ яҡшырғас башлана, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков һүҙҙәренсә, был трасса республиканың терәк юлдар селтәренә инә. Бынан тәүлегенә 5 мең, ә айырым участкаларҙа 12 мең тирәһе машина үтә. Тап шуға күрә юлдың сифатлы булыуы мөһим.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан федераль һәм милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2025-03-28/v-bashkirii-po-natsproektu-otremontiruyut-uchastok-trassy-m-5-ural-4176039

Автор:Роман Якимчук
Читайте нас: