Башҡортостандың автовокзалдар һәм автостанциялар сайты эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр «Башавтотранс» предприятиеһынан.
Унда билеттарҙы онлайн һатып алырға һәм кире тапшырырға мөмкин.
Сайтта һәр автовокзал тураһында мәғлүмәт бар – адрестар, телефондар, эш сәғәттәре.