Билдәле алып барыусы, гимнаст Ләйсән Үтәшеваның ғаиләһендә ауыр ҡайғы. Уның ҡартатаһы Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы 89 йәшендә вафат булған.
Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы 1938 йылда тыуған, Башҡорт дәүләт аграр университетында агрономға уҡып сыҡҡан. 31 йәшендә үк тыуған районы Әлшәйҙә «Ленин васыяты» колхозында баш агроном була. 1975 — 1984 йылдарҙа район депутаттары советының башҡарма комитетын етәкләй. 2006 йылда Әлшәй районының почетлы гражданы була. 1998 йылдан урындағы советты етәкләй, 2019 йылда ғына вазифаны ҡалдыра. Тормош иптәше Зөбәржәт Сәгәрйәр ҡыҙы менән 66 йылдан ашыу бергә бәхетле ғүмер кисерәләр.
Мәрхүм тыуған ауылында ерләнәсәк. Хушлашыу ваҡыты әлегә билдәһеҙ.