

26 мартта Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш кәңәшмәһе үткәрҙе, унда Евразия күсмә цивилизациялар музейының музей-күргәҙмә комплексын, башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәген, «Күскенсе» СПА-шифаханаһының берҙәм инженер тәьминәте үҙәген ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин һүҙҙәренсә, быйыл йәй Турахан һәм Кесе кәшәнәләрҙе тоташтырған 800 метр оҙонлоҡтағы йәйәүлеләр һуҡмағын ҡулсалау, шулай уҡ йәйге амфитеатр төҙөлөшөн башлау планлаштырыла.
Уның һүҙҙәренсә, Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асылғандан һуң уны 87 меңдән ашыу кеше килеп ҡараған.
«Евразия күсмә цивилизациялар музейы бинаһы ике төрлө кимәлле күләмдән тора. Беренсеһе – стилобат өлөшө. Икенсе күләм – музейҙың төп бинаһы», – тине «Архтамға» эксперт-проект бюроһының генераль директоры Рөстәм Әлибаев.
Төп бинала санузелдар, гардероб, әсә һәм бала бүлмәһе, намаҙ уҡыу бүлмәһе менән вестибюль, экспозиция залдары, сувенирҙар, кафе, конференц-залдар һәм 1000 урынлыҡ ҙур зал булдырыу күҙ уңында тотола. Унда концерттар ҙа ойошторорға мөмкин.
Проект буйынса бер стилобат өлөшөндә ғилми хеҙмәткәрҙәр менән административ блок, аш-һыу бүлмәһе, медицина пункты, административ биналар, хеҙмәткәрҙәр өсөн лабораториялар менән ғилми блок, конференц-залдар, ҡуртымға биреү һәм оҫталыҡ дәрестәре өсөн оҫтаханалар, фонд һаҡлау урыны була.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.