07:51 (UTC+5), 26 Марта 2025

Башҡортостанда балта оҫтаһы ғаиләһе лотереяла 50 миллион һум отҡан

Фото: Ксения Калинина
Дарья Субботина

Башҡортостанда балта оҫтаһы ғаиләһе моменталь лотереяла 50 миллион һум аҡса отҡан. Улар бәхетле билетты «Столото» фирма магазинында һатып алған. Өйгә ҡайтып, скретч-ҡатламды юйғас, 50 миллион отоуҙарына ышанмай торғандар. Ир отошто алыу өсөн Мәскәүҙәге лотерея үҙәгенә юлланған.

Быға тиклем ғаиләнең 15, 30 мең, хатта 100 мең һум отҡаны булған. Был уларҙың күп миллионлы приз алырға мөмкин тигән ышанысын тағы ла арттырған. Ниһайәт, яҡташтарыбыҙға уңыш йылмайған. 

Ғаилә башлығы 20 йылдан ашыу балта оҫтаһы булып эшләй һәм һөнәрен алмаштырырға йыйынмай. Әммә хәҙер еңеүсенең ҡатыны ла, ҡыҙы ла эштән китергә, яратҡан эше менән шөғөлләнергә мөмкин. Лотерея отошона ғаилә күптәнге хыялын бойомға ашырырға – өс бүлмәле иркен фатир һатып алырға, ә ҡалған аҡсаны автомобиль өсөн кредитты ҡаплау һәм хәйриәлек өсөн тотонорға уйлай.

«Столото» мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда йәшәүселәр бер йылда бөтәһе 1,5 миллиард һумдан ашыу отҡан. 2024 йылда республика Рәсәйҙең иң бәхетле 5 төбәге исемлегенә ингән. Төбәктә 6 миллиондан ашыу билет һатылған. Уҙған йылда Башҡортостандан 38 кеше, лотерея уйнап, миллионер булған, ә тағы 25 кеше 500 мең һумдан 1 миллион һумғаса аҡсалата приз отҡан.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-26/semya-plotnika-iz-bashkirii-vyigrala-50-mln-rubley-v-momentalnuyu-lotereyu-4173150

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика