06:35 (UTC+5), 26 Марта 2025

Аҙау ауылында ташҡын ваҡытында ауылдаштарына әүҙем ярҙам күрһәткәндәр миҙалдар менән бүләкләнә

Элина Әхмәтова

Архангел районында тәбиғәт ғәрәсәтенә тәүгеләрҙән булып ҡаршы торған һәм ауылдаштарына, ҡотҡарыусыларға ярҙам иткән Аҙау ауылы әүҙемселәре Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының миҙалдары менән бүләкләнә. Был хаҡта БСТ телеканалы эфирында Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисов белдерҙе. Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан Аҙау ауылы ташҡындың беренсе тулҡынының иң ҡыҙыу нөктәһе булды.

Эдуард Иҙрисов әйтеүенсә, тап Аҙауҙа һыу баҫыуға бер көн ҡалғас Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәренең Бөтә Рәсәй күнекмәһе үтте, ләкин сценарий буйынса Өфө һыу аҫтында ҡалды. Баш ҡалала ла күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр боҙ тығылды, Ағиҙел йылғаһы ҡапыл таша башланы. Боҙ шартлатыу эштәрен башҡарыу проблеманы тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирҙе.

Аҙауҙа 50 йылдан ашыу ошондай көслө ташҡын булманы, тип билдәләне Эдуард Иҙрисов, ҡабат бындай хәл булмаҫ тип бер кем дә гарантия бирә алмай.

«Инйәр, Еҙем, Йүрүҙән кеүек тау йылғаларында хәл бер нисә минут эсендә үҙгәрергә мөмкин. Шуға күрә халыҡҡа властарҙың һәм ҡотҡарыусыларҙың тәҡдимдәрен тыңларға, алданыраҡ эвакуацияланырға кәрәк», — тип кәңәш бирҙе Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-25/v-bashkirii-otlichivshihsya-zhiteley-azovo-nagradyat-medalyami-mchs-4172196

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика