Нефтекамала ишле ғаиләлә унынсы бала тыуған. Сабый 15 мартта Ксения һәм Михаил Шмаковтар ғаиләһендә донъяға килгән. Ата-әсә уға Давид тип исем ҡушҡан. Кескәй Давидтың ете ағаһы, ике ике апаһы бар, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса комитетында.
Ғаилә башлығы Михаил Петрович – һөнәре буйынса водитель, ғаиләһе янында йышыраҡ булыу өсөн ирекле график менән эшләй. Ксения Петровна, хужабикә, бөтә ваҡытын балаларына бағышлай.
Ғаиләлә балалар музыка менән шөғөлләнә, ҡала, республика һәм Рәсәй кимәлендәге музыкаль конкурстарында ҡатнаша, призлы урындар яулай. Ангелина музыка мәктәбен скрипка класы буйынса тамамлай, Марк аккордеон һәм борғо класы буйынса уҡый, Виталий, Григорий һәм Иосиф та музыка мәктәбендә шөғөлләнә, борғола уйнай. Буш ваҡыттарында ғаилә менән урманда йөрөргә, тюбингта һәм саңғыла шыуырға яраталар.
Ата-әсәләр балалары хаҡында ғорурлданып һөйләй: ашарға бешерәләр, ҡыш көнө ҡар көрәйҙәр, бәләкәстәре өсөн боҙ тауҙары яһайҙар, хужалыҡ эштәрендә ярҙам итәләр.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Ҡорманаевтар ғаиләһендә 12-се баладонъяға килгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.