

Архангел районының Аҙау ауылы халҡына был аҙнала уҡ ташҡын килтергән зыянды иҫәпләп, компенсация түләнергә тейеш. Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошондай йөкләмә бирҙе. Әлеге ваҡытта халыҡтан 91 ғариза ҡабул ителгән, 29 кеше компенсация алған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡануниәт буйынса һәр кешегә 10 мең һум тейеш, әммә ғаиләгә 50 мең һумдан артыҡ түгел. Аҡсаны тик милек хужалары ғына алырға мөмкин. Бынан тыш, һәләк булған малдың хаҡы компенсациялана.
«Кешеләр мал-тыуарһыҙ ҡалды, уны 10 мең һумға һатып алып булмай. Шуға күрә беҙ компенсацияларға булдыҡ, финанслау сығанағы бар», – тине республика етәксеһе.
Бынан тыш, Радий Хәбиров емерелгән юлдарҙы тәртипкә килтереү өсөн тиҙерәк аҡса бүлергә ҡушты.
Бынан алдараҡ Башинформ Архангел районының ташҡындан зыян күргән ауылдарында тергеҙеү эштәренең нисек барыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.