

Башҡортостан «Башҡорт балаҫы (Аҫалы балаҫ)»ҡа дәүләт теркәүе таныҡлығын алды. Бөгөн Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова тантаналы рәүештә 370/1 һанлы документ тапшырҙы.
Был иһә республиканың географик күрһәткес статусына эйә булған өсөнсө бренды, тип билдәләне ул. Бынан алдараҡ «Мансур граниты» һәм «Башҡорт мамыҡ шәле» теркәлгәйне. Башҡортостандың йәмғеһе 10 бренды бар.
Лилиә Ғүмәрова һүҙҙәренсә, брендтарҙы теркәү эше Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ҡушыуы буйынса башланды. Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт комитеты Роспатент менән берлектә төбәк брендтарын асыҡлау һәм теркәү өҫтөндә әүҙем эшләй. Бөгөнгә реестрҙа Рәсәй субъекттарының 369 уникаль тауары теркәлгән.
Башҡорт балаҫы – көнкүреш әйбере генә түгел, ә быуындан-быуынға тапшырыла килгән мираҫ. Башҡорттарҙың келәм туҡыу тарихы ата-бабаларыбыҙҙың тормошо менән тығыҙ бәйле. Әсәйҙәр ҡыҙҙарына бирнәлеккә төрлө биҙәкле балаҫтар һуҡҡан. Йорт-хужалыҡ мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, улар ижад өсөн ваҡыт тапҡан, үҙенсәлекле сәнғәт әҫәрҙәре ижад иткән.
Бынан алдараҡ республика «Башҡорт аты» брендына патент алғайны.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.