12:04 (UTC+5), 19 Марта 2025

Башҡортостан Башлығы вуз ректорҙарына студент отрядтарының юл картаһын төҙөргә ҡушты

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостандың студент отрядтары хәрәкәте ветераны, Өфө дәүләт нефть техник университетының кафедра мөдире Эльшад Теләшев студент отрядтарын үҫтереү мәсьәләләре буйынса координация советы ултырышында остазлыҡ һәм ял сараларын үткәреү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

«Минең һәм байтаҡ тиҫтерҙәрем өсөн төҙөлөш отрядтары мөһим сәнәғәт объекттарын булдырыу мәктәбе булып тора. Беҙҙең республикаға студент отрядтары эшмәкәрлегенең интеграль форматы хас ине, ул саҡта әүҙем йәштәргә аралашыу һәм артабан күп йылдар буйына бәйләнеш тотоу өсөн мөхит булдырылды. Шуға күрә туғандаш ҡалаларҙың студент отрядтары менән алмашыу аша төбәк-ара, айырыуса Рәсәйҙең яңы биләмәләре менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыуҙы мөһим тип иҫәпләйем», - тине ул.

Башҡортостан Башлығы киң мәғлүмәт-аңлатыу эшен ойоштороу кәрәклеген билдәләне.

«Күптәр һаман да студент отрядтарының эшләүен белмәй. Хәҙер республикала ошо хәрәкәткә яҡшы этәргес бирәбеҙ. Йәштәребеҙгә аҡса эшләү мөмкинлеген булдырырға кәрәк. Был бик яҡшы. Студенттар менән һөйләшеү, предприятие етәкселәренә бының  дәүләттең мөһим бурысы икәнен аңлатыу зарур. Бында барыһы ла аныҡ, ябай һәм аңлайышлы булырға тейеш. Ректорҙарға мөрәжәғәт итәм: һеҙ студент отрядтары менән ҡыҙыҡһынмаһағыҙ, проекттың киләсәге юҡ. Шуға күрә юл картаһын төҙөүегеҙҙе һорайым», - тине Радий Хәбиров.

Сара һуңында республика етәәксеһе студент отрядтарының әүҙем ағзаларына «Башҡортостан Республикаһы ирекмәне (волонтёры)» тигән маҡтау билдәләрен тапшырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров БДУ-ның юридик факультетында уҡыған сағында дүрт йыл төҙөлөш отряды ағзаһы, аҙаҡ уның командиры булып эшләй. Ул Күмертауҙа тимер юл тармағын төҙөүҙә, иптәштәре менән Нефтекамала эшсе йәштәр мәктәбенең ҡыйығын ябыуҙа ҡатнаша. Радий Хәбиров интернациональ студент отряды составында ГДР-ҙағы объекттарҙа эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-19/glava-bashkirii-poruchil-rektoram-vuzov-sostavit-dorozhnuyu-kartu-studotryadov-4163603

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика