Бөгөн Башҡортостанда һауа шарттарының насар булыуы сәбәпле йөк транспорты хәрәкәте сикләнде.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, яҙғы юл өҙөклөгө осоронда сикләү 14 мартта көндөҙгө сәғәт 11-ҙән Балтас һәм Асҡын райондарында Иҫке Балтас — Асҡын һәм Асҡын һәм Тәтешле райондарында Иҫке Ҡаҙансы — Урманкүл — Яңы Тәтешле юлдарында ғәмәлдә индерелде.
Әйткәндәй, иртәгә Башҡортостанда +10 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итте синоптиктар.