Өфөлә Шаҡша күперендә 15 апрелгә тиклем транспорт хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү индерелде. Баш ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, был инженер коммуникацияларын урынлаштырыу менән бәйле.
Сикләү ике йүнәлештә лә ситтәге уң һыҙаттарҙа иртәнге 9-ҙан киске 5-кә һәм киске 8-ҙән таңғы 6-ға ҡәҙәр ғәмәлдә була.
Өфө мэрияһы баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һорай.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Шаҡша күперендә сикләү һуңғы тапҡыр 3-28 февралдә индерелгәйне.