06:45 (UTC+5), 11 Марта 2025

Шереметьево аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм осоуға сикләү ғәмәлдән сығарылды

Фото: Ксения Калинина
Ксения Калинина

Шереметьево аэропортында Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге 9 тула 5 минутта самолеттарҙы  ҡабул итеүгә һәм осоуға сикләү бөтөрөлдө. Росавиациянан хәбәр итеүҙәренсә, сикләү граждандар самолеттарының именлеген тәьмин итеү өсөн индерелде. Ошо ваҡытта Шереметьевоға юлланған 18 самолетҡа запас аэродромдарға төшөргә тура килгән. 

Билдәләнеүенсә, һауа суднолары экипаждары, авиадиспетчерҙар һәм аэропорт хеҙмәттәре осоштарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн тейешле сара күргән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфө аэропортында Мәскәүҙән бер нисә рейстың тотҡарланыуы күҙәтелә. Онлайн-табло мәғлүмәттәре буйынса, биш рейстың пассажирҙары һаман да Рәсәйҙең баш ҡалаһынан Өфөгә ҡайтып етмәгән. Мәскәүгә ике рейс тотҡарлана. Быға Мәскәүгә һәм Мәскәү өлкәһенә БПЛА-ның һөжүм итеүе сәбәпсе булды. Рәсәйҙең Оборона министрлығында белдереүҙәренсә, һауаға ҡаршы оборона көстәре бер төн эсендә Рәсәй төбәктәрендә 337 БПЛА-ны юҡ иткән, шул иҫәптән илдең баш ҡалаһына табан осҡан 73 пилотһыҙ осоу аппаратын бәреп төшөргән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-11/v-aeroportu-sheremetievo-snyali-ogranicheniya-na-priem-i-vypusk-samoletov-4152494

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика