Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Интерфакс»ҡа биргән интервьюһында республикала Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар тураһында һөйләне. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикала бының өсөн махсус план әҙерләнгән. Унда төрлө саралар ҡаралған.
Әйтәйек, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан башҡорт кинорежиссеры, Рәсәйҙең Кинематографистар союзы ағзаһы Булат Йосоповтың «Фәрзәнә көнбайышҡа бара» хәрби-патриотик фильмының премьераһы көтөлә. Уның сюжеты Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Учалы районы үҫмерҙәренең ҡаһарманлығына бағышлана, улар 400 һыйырҙы немец-фашист илбаҫарҙарынан азат ителгән Украинаға ҡыуып алып баралар.
Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы әлегә «Генерал Шайморатов» тигән исем аҫтында тулы метражлы анимация фильмын төшөрөү менән мәшғүл.
Бер үк ваҡытта республикала яңы концерт программаһын, спектаклдәр әҙерләйҙәр. Бынан тыш, Армия мәҙәниәте көндәрен, «Геройҙар дәүере» патриотик йырҙар конкурсын, «Хәтер вахтаһы», «Хәтер шәме», «Үлемһеҙ полк», «Хәтер баҡсаһы» акцияларын үткәреү планлаштырыла.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәйкәлдәрен, обелисктарын, мемориалдарын һәм ҡәберлектәрен тәртипкә килтереү ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
«Төп саралар — тантаналы парад, тантаналы йыйылыш, байрам концерты һәм мемориалдарға сәскә һалыу 9 майҙа була», — тип яуапланы Радий Хәбиров журналистың һорауына.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.