Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март , 14:53

Йома көндө республика халҡын ҡыҫҡартылған эш көнө көтә

Валерий Шахов, архив фотоһы
Фото:Валерий Шахов, архив фотоһы

Йома, 7 мартта, Башҡортостанда йәшәүселәр эштән бер сәғәткә алдараҡ сығырға мөмкин. Кемдәр аҙнаһына биш көн эшләй, уларҙы ҡыҫҡартылған эш көнө көтә, сөнки был байрам алды көнө булып тора, тип хәбәр итте Роструд.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан оҙайлы ялдар булмай. Ә бына июндә республика халҡы дүрт көн, 12-нән 15-енә тиклем ял итә.

Шулай уҡ март аҙағында Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә. Быйыл 30 мартҡа (йәкшәмбе) тура килгән Ураҙа байрамы уңайынан 31 март, дүшәмбе, ял тип иғлан ителде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-04/zhiteley-bashkirii-v-pyatnitsu-zhdet-sokraschennyy-rabochiy-den-4144201

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: