

Башҡортостанда быйылдан башлап әсәлек капиталы аҡсаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Хәҙер бының өсөн Рәсәйҙең Социаль фонды бүлексәһендә күсемһеҙ милектең торошо тураһында белешмә талап ителә.
Республика Социаль фондының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әсәлек капиталы иҫәбенә торлаҡ һатып алырға мөмкин, ләкин ул йәшәргә яраҡлы тип табылған һәм торлаҡҡа ҡуйылған талаптарға тап килгән осраҡта ғына. Бындай документты муниципалитеттарҙа булдырылған ведомство-ара комиссиялар бирә.
Әҙер йорт йәки уның бер өлөшөн һатып алырға була. Бинаны баһалау милексенең ведомство-ара комиссияға яҙған ғаризаһы буйынса башҡарыла, ғаризаны ҡарау ваҡыты – 30 көн. Баһалау процедураһы һәм өйҙөң талаптарға тап килеүе тураһында һығымта биреү бушлай.
Һығымта алғандан һуң сертификат хужаһы Социаль фонд бүлексәһенә әсәлек капиталы аҡсаһын тотоноу тураһында ғариза тапшыра ала.
Әйткәндәй, торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү әсәлек капиталын файҙаланыуҙың иң популяр йүнәлештәренең береһе булып ҡала. 2024 йылда Башҡортостанда 17,5 мең сертификат хужаһы аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлткән.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Рәсәйҙә әсәлек капиталы программаһын 2030 йылға тиклем оҙайтыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.